11:57 (UTC+5), 05 Февраля 2018

Күмертау авиапредприятиеһы ете «пожар» вертолетын экспортҡа сығара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ете Ка-32А11ВС маркалы вертолет етештереүгә заказ ҡабул итте, тип белдерҙеләр «Рәсәй вертолеттары» холдингында. Әлеге ваҡытта заводта тәүге вертолет йыйылған да инде һәм уны Төркиәнең Kaan Air компанияһына тапшырырға әҙерләйҙәр, икенсе һәм өсөнсө машинаны заказсыға йыл аҙағына тиклем тапшырыу ҡаралған. Бынан тыш, быйыл тағы ошондай ике вертолет Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә юллана.
Уҙған йылдың декабрь аҙағында холдинг Ҡытайҙың Циндао ҡалаһындағы Йәмәғәт именлеге янғын идаралығына ике Ка-32А11ВС вертолетын оҙаттты, быйыл иһә Ҡытайҙың United Helicopters компанияһына йәнә ике машина тапшырыу күҙаллана.
Холдингтың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, бындай вертолеттар кешеләрҙе ҡотҡарыу, урман янғындарын һүндереү һәм бейек биналарҙа ут менән көрәшеү өсөн тәғәйенләнгән. Вертолет күп йылдар буйына донъяның төрлө мөйөштәрендә тәбиғәт һәм техноген янғындар менән көрәштә уңышлы ҡулланыла. Ка-32А11ВС вертолетын Рәсәйҙә, Канадала, Испанияла, Португалияла, Швейцарияла, Ҡытайҙа, Көньяҡ Кореяла, Индонезияла файҙаланалар.
http://www.bashinform.ru/news/1112754-kumerrtauskoe-aviapredpriyatie-postavit-na-eksport-sem-pozharnykh-vertoletov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика