05:30 (UTC+5), 02 Февраля 2018

Ҡытайҙың «Чжифан» компанияһы етәкселеге Башҡортостанға килгән

БР Иҡтисаи үғеш министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Ҡытайҙың Цзянси провинцияһынан «Чжифан» цифрлы энергия компанияһы рәйесе Ван Лун менән осрашты.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Ҡытай корпорацияһы Благовещенда MASTAR тракторҙарын йыйыу буйынса етештереү линияһын төҙөүҙе инвестициялай. Осрашыуҙа льготалы кредит, махсус программалар буйынса технологик ҡоролмалар алыу буйынса мәсьәләләр тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынан.
«Чжифан» компанияһы идараһы рәйесе төбәк хөкүмәтенә һәм профилле министрлыҡтарға проектты хуплағандары һәм документтарҙы рәсмиләштереүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте: «Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Проектты тормошҡа ашыра башлауҙан өс йыл дауамында тракторҙарға бөтә кәрәк-яраҡтар Башҡортостан биләмәһендә етештереләсәген һәм һатып алынасағын вәғәҙәләйем», — тине Ван Лунь. «Бында башҡа проекттарҙы ла ғәмәлгә ашырырбыҙ тип ышанам. Был башы ғына», — тип өҫтәне ул.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, проект республика өсөн генә түгел, ә бөтә ил өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм перспективалы. Башҡортостандағы халыҡ-ара «Чжифан» компанияһы артабан ауыл хужалығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн техника етештерергә күҙаллай. Машиналар заманса идара итеү системаһы, программа тәьминәте менән йыһазландырыласаҡ.
Благовещенда тракторҙар йыйыу буйынса завод проекты Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Дөйөм инвестициялар күләме – 5,7 миллиард һум, социаль файҙа – 523 яңы эш урыны. Ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – 2018-2020 йылдар.
http://www.bashinform.ru/news/1111449-rukovodstvo-kitayskoy-kompanii-chzhifan-pribylo-v-bashkiriyu/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика