11:36 (UTC+5), 02 Февраля 2018

Ауылға эшкә ҡайтҡан юғары белемле белгестәргә ярты миллион һум аҡса түләнә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйылдан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ауылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә ҡайтҡан белгестәр 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала башлай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
– Республика йәш белгестәргә ярҙам күрһәтә, – тине республика етәксеһе. – Аграр сәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтен көсәйтеү тураһында указға үҙгәрештәр индерелде. Быйылдан башлап ауыл хужалығына эшкә барған юғары белемле белгестәргә – 500 мең, урта һөнәри белемгә эйә булғандарға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнде.
Ауыл хеҙмәте йәштәрҙы нығыраҡ йәлеп итә, тип билдәләне төбәк башлығы. Ләкин ауылда эш хаҡы, былтыр һигеҙ процентҡа артып, уртаса 18 мең һумға етһә лә, бик түбән.
– Был – республикалағы уртаса хеҙмәт хаҡынан 60 процент. Уның республика буйынса уртаса эш хаҡынан 30 мең һумға аҙыраҡ булыуы аңлашыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәт етештереүсәнлеге булһа, хеҙмәт хаҡы ла булыр. Ошо ике күрһәткес бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Ауыл хужалығына һөҙөмтәлелек кәрәк. Тармаҡҡа перспективалы кадрҙар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу зарур.
http://www.bashinform.ru/news/1111831-vypuskniki-vuzov-kotorye-priedut-rabotat-na-selo-poluchat-po-polmilliona-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика