12:33 (UTC+5), 02 Февраля 2018

2018 йылда төбәктә йәшәүселәр 71 дәүләт торлаҡ сертификатын алырға тейеш

Гөлфиә Акулова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙә «Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә дәүләт торлаҡ сертификаттарын сығарыу һәм бүлеү графигы раҫланған.
Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ Рәсәй хөкүмәте порталында баҫылған.
2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәргә 71 дәүләт торлаҡ сертификаты ҡаралған. Чернобыль атом электр станцияһындағы һәм «Маяк» етештереү берекмәһендәге фажиғәләрҙә зыян күргәндәргә — 55 миллион һумдан ашыулыҡ 27 сертификат, күсеп килергә мәжбүр булғандарға — 35 миллион һумдан ашыулыҡ 16 сертификат, Алыҫ Төньяҡтан һәм уға тиңләштерелгән төбәктәрҙән килгән граждандарға — 20 миллион һумдан ашыулыҡ 11 сертификат, ябыҡ территориаль берәмектән күскәндәргә (Межгорье) 31 миллион һумдан ашыулыҡ 17 сертификат бүлеү ҡаралған.
Рәсәйҙә бөтәһе ете меңдән ашыу ошондай сертификат биреү күҙаллана. Социаль түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы — 14,8 миллиард һум.
http://www.bashinform.ru/news/1111917-zhiteli-bashkirii-v-2018-godu-poluchat-71-gosudarstvennyy-zhilishchnyy-sertifikat/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика