03:00 (UTC+5), 01 Февраля 2018

Рәсәй халҡының кредиттары бер йылда 37 процентҡа артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Берләшкән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда рәсәйҙәр 5,68 триллион һумлыҡ кредит алған. 2016 йылда заем суммаһы 4,14 триллион (+37 %) тәшкил иткән. Кредиттар һаны 31,2 миллиондан 34,8 миллион һумғаса 12 процентҡа артҡан.
Үҫеш тиҙлеге буйынса кредит карталары өлкәһе алдынғы булған – бер йылда карталар буйынса кредитлау күләме 48 процентҡа, 544,5 миллиард һумға саҡлы үҫкән. Граждандарға бирелгән заемдар суммаһы 12,2 триллион һум тәшкил иткән.
Яңы ипотека кредиттары иҫәбе бер йылда – 30 процентҡа, аҡсалата күләмдәр 42 процентҡа артҡан. Былтыр дөйөм 1,79 триллион һумдан ашыуға 959,24 мең ипотека кредиты бирелгән (бер йыл элек 1,26 триллионға 735, 53 мең кредит бирелгән). Яңы ипотека кредитының уртаса күләме 9 процентҡа күтәрелгән: 1,71-ҙән 1,87 миллион һумға тиклем.
Шул арала, рәсәйҙәрҙең килеме дүртенсе йыл кәмей бара, 2017 йылда ул 1,7 процентҡа аҙайған, тип хәтергә төшөрә The Bell. Йыйылған аҡсалары булған граждарҙың өлөшө августан сентябргәсә 39 проценттан 31-гә хәтлем түбәнәйгән. Һаҡлауҙа аҡсалары булмағандарҙың өлөшө шул 8 процентҡа күтәрелгән – 59-67 %.
http://www.bashinform.ru/news/1110853-zakreditovannost-rossiyan-vyrosla-za-god-na-37/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика