12:30 (UTC+5), 01 Февраля 2018

Башҡортостандың төпкөл урындарында йәшәүселәрҙе экологик һәм аграр туризм өлкәһендәге эшкә йәлеп итергә теләйҙәр

wildlifetravel.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башҡортостан» милли паркы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәрҙе экологик һәм аграр туризм өлкәһендәге эшкә йәлеп итергә күҙаллайҙар. Дирекцияла хәбәр итеүҙәренсә, милли парк Рәсәй президенты грантына тормошҡа ашырылған «Киләсәкте бергәләп һаҡлайыҡ» программаһы партнеры булған. Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциациялары, шул иҫәптән Карелияның «Костомукша» һәм «Калевал» тәбиғәт биләмәләре, Калининград өлкәһенең Ауыл туризмы ассоциацияһы, Алтай крайы милли парктары вәкилдәре ҡатнашлығында уҡытыу саралары һәм тәжрибә уртаҡлашыу буйынса осрашыуҙар уҙғарыласаҡ.
«Ойоштороусылар беҙҙе Европаның ҡурсаулыҡ биләмәләрен үҫтереүгә урындағы халыҡты йәлеп итеү тәжрибәһе менән таныштырҙы, — тип һөйләне Мәскәүҙә үткән беренсе семинарҙан һуң «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов. — Беҙгә уны үҙебеҙҙең паркта тормошҡа ашырыу эше тора. Парк хеҙмәткәрҙәрен һәм тораҡ пункттары вәкилдәрен уҡытасаҡбыҙ. Хәҙер төп бурыс – экотуризмды үҫтереүҙә ярҙам итергә әҙер һәм һәләтле кешеләрҙе һайлау».
http://www.bashinform.ru/news/1110871-zhiteley-glubinok-bashkirii-khotyat-privlech-k-rabote-v-sfere-ekologicheskogo-i-agrarnogo-turizma/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика