11:05 (UTC+5), 31 Ғинуар 2018

Сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү Башҡортостандың Рәсәй баҙарындағы урынын нығытты

Галина Бахшиева
ӨФө, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү Башҡортостандың Рәсәй баҙарындағы урынын нығытты, тип билдәләй Башҡортостанстат.
2017 йылдың ғинуар-ноябрь айҙары өсөн мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан эшкәртеүгә килгән нефть сығарыу; дизель яғыулығы; кальцийлы сода; бензол; эҫетеп шымартылған табаҡлы быяла; ишелгән сым; гидравлик һәм пневматик двигателдәр; сәнәғәт мейестәре һәм камералар; бензин ташыусы автомобилдәр; тағылмалар һәм ярымтағылмалар; өрөп тултырмалы суднолар буйынса илдә беренсе урынды ала.
Ул берҙән-бер автобетононасос етештереүсе булып ҡала.
Башҡортостан беренсел формала бензин, ксилол, стирол, этилен, пластмасс һәм синтетик каучук, иҙән, диуар һәм түшәм ҡаплау өсөн материалдар, гидравлик эзбиз, түбә һәм гидроизоляция материалдары, шулай уҡ электр яҡтыртҡыстар һәм автомобилдәр өсөн кузовтар етештереү күләмдәре буйынса ил төбәктәре араһында икенсе урында тора.
Бынан тыш, Башҡортостан айыртылған һөт, техник газ сераһы, вертолет, таль һәм күтәргес сығарыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй.
Республика бөгөн ҡеүәтле сәнғәт потенциалына эйә булған Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһе булып һанала.
Уҙған йылдың 11 айында республикала 1,4 триллион һумдан ашыу сәнәғәт продукциялары етештерелгән, үҙ көстәре менән эштәр башҡарылған һәм хеҙмәттәр күрһәтелгән. Ул Рәсәй күләменән 2,6 процент тәшкил итә.
Был күрһәткес буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында 12-се урында тора. Шул уҡ ваҡытта республиканың сәнәғәт секторы эшмәкәрлеге ыңғай, уртаса Рәсәй кимәленән йылдам, үҫешеүсән тип күрһәтелә. 2017 йылда республикала етештереү индексы 2016 йыл менән сағыштырғанда 102,3 процент тәшкил иткән, Рәсәй Федерацияһында – 101,0 процент.
http://www.bashinform.ru/news/1110435-narashchivanie-promyshlennogo-proizvodstva-uprochilo-polozhenie-bashkirii-na-rossiyskom-rynke/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика