02:30 (UTC+5), 31 Января 2018

Ҡайҙа эш табыуы еңелерәк: төбәктә иң түбән эшһеҙлек кимәле менән ҡалалар һәм райондар аталды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда иң юғары һәм иң түбән эшһеҙлек кимәле менән республика район-ҡалалары аталды.
Төбәк Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, теркәлгән эшһеҙлек кимәле 31 декабргә 1,03 процент тәшкил иткән, ул йыл башы менән сағыштырғанда 0,14 процентҡа кәмегән.
Атап әйткәндә, Өфөлә был күрһәткес йыл аҙағында 0,86 процентҡа тиң булған, республиканың башҡа ҡалаларында – 0,91%, райондарҙа — 1,09%. 36 муниципалитетта эшһеҙлек кимәле Башҡортостан буйынса уртасанан түбән.
Иң юғары теркәлгән эшһеҙлек кимәле Ағиҙелдә һәм Межгорьела билдәләнә – 5,41 һәм 3,5 процент. Райондар араһында – Балаҡатай һәм Шишмә райондарында – 2,05 һәм 2,02 процент.
Иң түбән эшһеҙлек кимәле Сибайҙа һәм Октябрьскийҙа – 0,45 һәм 0,67 процент, шулай уҡ Миәкә (0,59%), Туймазы һәм Ҡариҙел (0,63-шәр %), Белорет (0,67%) һәм Өфө (0,7%) райондарында асыҡланған, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.
http://www.bashinform.ru/news/1110294-gde-legche-vsego-nayti-rabotu-v-bashkirii-nazvany-goroda-i-rayony-s-samym-nizkim-urovnem-bezrabotits/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика