10:25 (UTC+5), 30 Января 2018

Республикала «рәсми» вакансияларҙың уртаса эш хаҡы 26 мең һумдан ашҡан

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Эш биреүселәрҙең республиканың мәшғүллек хеҙмәтенә тапшырған «рәсми» вакансияларының уртаса эш хаҡы 26 мең һумға еткән.
«Эш биреүселәрҙең күпселеге үтә түбән хеҙмәт хаҡы тәҡдим итә тигән фекер йәшәй, шуға күрә былтыр эш хаҡы 20 мең һумдан ашыуыраҡ булған вакансияларҙың яртылаш артыуын билдәләп үткем килә. Әгәр 2016 йылдың аҙағына төбәктә улар 14 меңдән артығыраҡ иҫәпләнһә, үткән йылдың аҙағына был күрһәткес 21 меңгә еткән. Республиканың вакансиялар банкындағы вакансиялар буйынса уртаса эш хаҡы бөгөнгә 26,1 мең һум тәшкил итә», — тип хәбәр итте төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда вакансиялар һаны ла арта. 2018 йылдың 1 ғинуарына республиканың вакансиялар банкында 43 мең эш урыны иҫәпләнгән. Был уҙған йылға ҡарағанда өстән бер өлөшкә күберәк.
http://www.bashinform.ru/news/1110156-srednyaya-zarplata-ofitsialnykh-vakansiy-v-bashkirii-prevysila-26-tysyach-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика