05:30 (UTC+5), 30 Января 2018

Башҡортостан Финанс министрлығы бюджет үтәлеше тураһында отчет бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Финанс министрлығы 2017 йылға бюджет үтәлеше хаҡында отчет бирҙе. Республиканың йыйылма бюджеты 201 миллиард һум (2016 йылғы кимәлгә 103%) тәшкил иткән. Һалым һәм һалым булмаған керемдәр – 165,35 миллиард. Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 15,5 миллиард сыҡҡан. Кире ҡайтарылмай торған керемдәр 35,6 миллиард һум тәшкил иткән.
2017 йылда йыйылма бюджет сығымдары 189,3 миллиард һум күләмендә йәғни 2016 йыл кимәленә ҡарата 2,3 процентҡа юғарыраҡ финансланған. Йыллыҡ план үтәлеше 94,4 процент тәшкил иткән.
Сығымдарҙың тармаҡ структураһында социаль өлкә ҙур урын биләй. Бөтә сығымдарҙың 73,3 проценты йәки 138,6 миллиард һум тап ошо тармаҡҡа тура килә.
Бюджет, автономиялы учреждениеларға һәм башҡа ойош­маларға субсидиялар яҡынса 91,8 миллиард тура килгән. Эшләмәгән халыҡҡа социаль пособиеға һәм уларҙың мотлаҡ медицина страховкаһына иғәнәләргә – 40 миллиард. Капиталь һалыуҙы һәм юл хужалығын финанслауға 29,7 миллиард һум йүнәлтелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1109932-minfin-bashkirii-otchitalsya-ob-ispolnenii-byudzheta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика