10:37 (UTC+5), 29 Ғинуар 2018

Башҡортостан - теплицала йәшелсә үҫтереү буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан ауыл хужалығы ойошмаларында теплицала йәшелсә етештереү буйынса илдең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инә.
Беренсе урында — Краснодар крайы, былтыр унда теплицаларҙа 85 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән. Икенсе урында — Ставрополь крайы (65,2 мең тонна), өсөнсөлә — Татарстан (46,2 мең тонна).
Башҡортостан дүртенсе урында килә — йылына 40,1 мең тонна йәшелсә. Илдең иң яҡшы биш төбәк исемлегендә һуңғы урынды Липецк өлкәһе биләй, унда теплицалағы йәшелсә уңышы 37,6 мең тонна тәшкил иткән. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте ошондай мәғлүмәттәр килтерә.
Эксперттар билдәләүенсә, һуңғы бер нисә йылда илдә теплицала йәшелсә етештереү арта. 2017 йылда теплицалағы йәшелсәләрҙең тулайым йыйымы 952, 6 мең тонна тәшкил иткән. Был 2016 йылға ҡарағанда 17% күберәк (813,6 мең тонна) һәм 2015 йылғы кимәлдән 34,2% юғарыраҡ (709,8 мең тонна).
Бөгөнгә теплица йәшелсәлеген үҫтереү — ауыл хужалығында, айырыуса импортты алмаштырыу шарттарында дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәренең береһе. Мәҫәлән, өс йылда йәшелсә импорты ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән — 2014 йылда 2,4 миллиондан 2016 йылда 1,1 миллион тоннаға тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1109494-bashkiriya-voshla-v-top-5-regionov-po-proizvodstvu-teplichnykh-ovoshchey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика