12:44 (UTC+5), 29 Января 2018

1 февралдән федераль льготалылар өсөн түләүҙәр арттырыла

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләү 2,5 процентҡа арта, тип хәбәр итте Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте.
Әлеге ваҡытта айлыҡ аҡсалата түләү — илдә киң таралған социаль түләү. Ул 15,4 миллиондан ашыу федераль льготалыларға, шул иҫәптән инвалидтарға, хәрби хәрәкәт ветерандарына, радиация тәьҫиренә дусар булған граждандарға, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына һәм башҡа граждандарға түләнә.
Рәсәйҙең Пенсия фонды бюджетында, индексацияны иҫәпкә алып, айлыҡ аҡсалата түләүҙең бөтә төрҙәрен түләү өсөн 450,6 миллиард һум күләмендә дөйөм сығым ҡаралған.
Бынан тыш, айлыҡ аҡсалата түләү составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйымы ла 2,5% индексациялана.
Социаль хеҙмәттәр йыйымына хоҡуҡлы кешеләр уларҙы натураль формала йәки аҡсалата алыу мөмкинлегенә эйә.
Ҡануниәткә ярашлы, был йыйымдың тулыһынса йәки өлөшләтә аҡсаға алмаштырылыуы ла ихтимал.
1 февралдән социаль хеҙмәттәр йыйымы хаҡы айына 1075 һум 19 тин, шул иҫәптән дарыуҙар менән тәьмин итеүгә – 828 һум 14 тин, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн шифаханаға юллама алыуға – 128 һум 11 тин, ҡала яны тимер юл транспортында бушлай юл йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу еренә барып ҡайтыуға 118 һум 94 тин тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1109739-s-1-fevralya-povyshayutsya-vyplaty-federalnym-lgotnikam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика