11:59 (UTC+5), 26 Января 2018

Башстат 2017 йылда төбәктә нисә фатир төҙөлгәнен иҫәпләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылда Башҡортостанда 32,4 мең фатир сафҡа индерелгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Торлаҡтың дөйөм майҙаны 246,4 мең квадрат метр тәшкил иткән (йәки республикала йәшәгән һәр кешегә ҡабаттан һанағанда 0,6 квадрат метр) — был 2016 йылға ҡарағанда 8,8% аҙыраҡ.
Башҡортостанда йәшәүселәр күсемһеҙ милектең өстән ике өлөшөн үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында һалған: был — майҙаны 1665,9 мең квадрат метрлыҡ 16,7 мең шәхси йорт. 2016 йыл менән сағыштырғанда ошо күрһәткес 8,2% кәмегән.
2013 йылдан алып республика файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды һаҡлап килә һәм Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге иҫәбенә инә.
http://www.bashinform.ru/news/1108825-bashstat-poschital-skolko-kvartir-postroili-v-respublike-v-2017-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика