03:40 (UTC+5), 26 Января 2018

Башҡортостан бирелгән кредиттар һаны буйынса тәүге өс төбәк исемлегенә инде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан Республикаһы бирелгән кредиттар һаны буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса отчетты Кредиттар тарихының милли бюроһы төҙөгән, тип хәбәр итә «Вести».
Кредиттар тарихының милли бюроһына мәғлүмәттәр тапшырған 4 100 кредитор мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда ҡулланыусылар тауарҙарын һатып алыуға яңы кредиттар һаны 15,25 милилон берәмеккә еткән, был 2016 йылға ҡарағанда 20,9% күберәк. Шуның 544,9 меңе Башҡортостанда бирелгән - уҙған йылға ҡарағанда 23,6% артығыраҡ. Башҡортостанды ошо күрһәткес буйынса Мәскәү һәм Краснодар крайы ғына уҙып киткән.
Тикшереүҙә билдәләнеүенсә, төбәк иҡтисады күп тармаҡлы структура булараҡ ҡылыҡһырлана. Республика нефть эшкәртеү күләме, бензин, дизель яғыулығы етештереү, эре мөгөҙлө малдар һаны, һөт, бал етештереү буйынса ил субъекттары араһында беренсе урынды биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1108338-bashkiriya-voshla-v-troyku-regionov-liderov-po-chislu-vydannykh-potrebitelskikh-kreditov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика