08:57 (UTC+5), 25 Января 2018

Башҡортостан һалым йыйымдарының яртыһынан ашыуын федераль ҡаҙнаға тапшырған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Һалым органдары түләүҙәр йыйымы буйынса йыллыҡ пландың үтәлешен иҫәпләне. Бөтәһе 336,62 миллиард һум йыйылған — был 2016 йылға ҡарағанда 50 миллиардҡа (21%) күберәк. Шуның 171,1 миллиарды федераль бюджетҡа йүнәлтелгән (55,6 миллиардҡа йәки 1,5 тапҡырға күберәк).
Республика бюджетына 131,71 миллиард ингән (10,7 миллиардҡа, йәки яҡынса 9% күберәк).
Керемдәрҙең төп күләме:
файҙалы ҡаҙылмалар, шул иҫәптән нефть табыуға һалым (29%, йәки 98,15 миллиард һум),
яғыулыҡҡа, алкоголгә, тәмәкегә, транспортҡа акциздар (19%, йәки 64,37 миллиард),
ойошмалар килеменә һалым (15,6%, йәки 52,4 миллиард),
физик берәмектәрҙең табышына һалым (15%, йәки 50 миллиард),
өҫтәлгән хаҡҡа һалым (12,6%, йәки 42,7 млрд),
мөлкәт һалымы (5,6%, йәки19 миллиард),
махсус һалым режимдары (2,1%, йәки 7,22 миллиард).
Мотлаҡ социаль страховкалауға страховка иғәнәләренең кереме (һалым хеҙмәте уларҙы 2017 йылдан алып йыя, ләкин бурыс Рәсәйҙең Пенсия фондында ҡалған) 101,3 миллиард тәшкил итте.
Республиканың Финанс министрлығы 2017 йылға төбәк ҡаҙнаһы килемдәренең дөйөм күләме — 128, 24 миллиард, сығымдары иһә 137, 74 миллиард һум булырын күҙаллағайны
2018 йылға Башҡортостандың Финанс министрлығы килемдәрҙең күләмен — 147,7 миллиард, сығымдарҙы 156,7 миллиард һум суммаһында билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1108195-bashkiriya-bolshe-poloviny-nalogovykh-sborov-peredala-v-federalnyy-byudzhet/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика