Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2018, 07:00
Башҡортостан аграрийҙары биржала иген һатырға өйрәнәсәк
agroinfo.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда аграр тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн биржа сауҙаһына уҡытыу үҙәге асыла. Үҙәк Мәскәү Биржаһы, Милли сауҙа биржаһы һәм «Росагролизинг» араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендәндә асыла. Был турала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығындағы конференцияла хәбәр иттеләр. Республика был яңы механизмды ҡулланыу өсөн һынау төбәк булды. Йәйгеһен уны илдең бөтә төбәктәрендә лә эшләтеп ебәреү күҙаллана.
«Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр игенде туранан-тура ҡулланыусыға үҙҙаллы һатһын өсөн финанс ҡорал алырға, килешеү төҙөргә өйрәнергә тейеш», — тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1107572-v-bashkirii-agrarii-obuchatsya-torgovat-zernom-na-birzhe/
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
иген
биржа
Читайте нас: