15:48 (UTC+5), 24 Ғинуар 2018

Рәсәй хөкүмәте «май» указдарын үтәү өсөн 14,5 миллиард һум бүлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Быйыл президенттың «май» указдарын үтәү өсөн федераль ҡаҙна 14,5 миллиард һум бүлә, тиелә ил хөкүмәте бойороғонда. Мәғариф өлкәһенә – 7,2 миллиард, фәнгә – 3,4 миллиард, һаулыҡ һаҡлауға – 3,4 миллиард, мәҙәниәткә 0,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
2012 йылда Владимир Путин раҫлаған социаль гарантияларҙы үҫтереү программаһында уның президент мөҙҙәте дауамында Рәсәй иҡтисады өлгәшергә тейешле булған параметрҙар бар ине. Шул иҫәптән улар араһында 2017 йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 100% йәки төбәк буйынса уртаса хеҙмәт хаҡынан 200% тиклем арттырыу тураһында указ бар. Был төбәк бюджеттарына йөкләмәне арттырҙы, шуға күрә һуңғараҡ указды үтәү ваҡыты 2018 йылға тиклем «һуҙылды», тип яҙа «Прайм».
http://www.bashinform.ru/news/1107617-na-ispolnenie-mayskikh-ukazov-pravitelstvo-rf-vydelit-14-5-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика