ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең филиалы «Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге» Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәре һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәре төҙөлөшөн тамамланы (беренсе мультиплекс). Хәҙер республика халҡының 95 проценттан ашыуы беренсе мультиплекс программаларын бушлай ҡарай ала.
Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең Башҡортостандағы һанлы телеселтәре — илдең Европа өлөшөндә иң ҙуры. Бында 216 тапшырыу станцияһы иҫәпләнә. Ошо ҙур инновацион проектҡа федераль ҡаҙнанан 2 миллиардтан ашыу аҡса һалынған.
Селтәр тиҙләтелгән темптар менән төҙөлдө. 2015 йылдың 2 июлендә Белоретта һанлы телеселтәрҙең тәүге объекты асылды, йыл аҙағына ошондай объекттар 22-гә етте, 2016 йылда тағы 46 телебашня һанлы телесигналды тапшыра башланы, 2017 йылда төбәктә һанлы телеселтәр 148 объектҡа киңәйҙе.
Селтәр «2009-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлгән. Һанлы эфир телевидениеһы сифатын яҡшыртты, телеканалдар һанын арттырҙы, республика халҡының йәшәү сифатын үҙгәртте, ҙур ҡалалар һәм бәләкәй тораҡ пункттар араһындағы мәғлүмәт тигеҙһеҙлеген бөтөрҙө.
Һанлы эфир телевидениеһын ҡабул итеү өсөн DVB-T2 стандартлы заманса телевизорға дециметрлыҡ телевизион антеннаны тоташтырыу ҙа етә. Бынан алдараҡ сығарылған телевизорҙарҙы тоташтырыу өсөн DVB-T2 стандартлы һанлы приставка талап ителә.
Эш көндәрендә +7 (347) 246-45-78 телефоны буйынса «Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге»нең консультация ярҙамы үҙәгендә йәки 8-800-220-20-02 федераль «ҡыҙыу элемтә» номеры буйынса (шылтыратыу бушлай) көйләү буйынса кәңәштәр алырға мөмкин.
«Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге»нең рәсми сайтында ла йыш яңғыраған һорауҙарға яуаптар һәм һанлы телевидениены ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу, уны тоташтырыу буйынса кәңәштәр бирелгән.
Беренсе мультиплекс программаһына «Беренсе канал», «Рәсәй-1», «Матч ТВ», «НТВ», «Петербург — 5 канал», «Рәсәй Мәҙәниәт», «Рәсәй-24», «Карусель», «Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы», «ТВ Үҙәк — Мәскәү» инә.
http://www.bashinform.ru/news/1106458-v-bashkirii-zaversheno-stroitelstvo-seti-efirnogo-veshchaniya-paketa-tsifrovykh-telekanalov/