04:00 (UTC+5), 19 Января 2018

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт компаниялары етәкселеге менән перспективалы инвестиция проекттарын тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҙур предприятиелары етәкселәре менән осрашты. Уларҙың инвестиция әүҙемлеге, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары кеүек мәсьәләләр тикшерелде.
- Иғтибарҙы инвестиция йәлеп итеү, предприятиеларҙы яңыртыу, яңы етештереү урындары төҙөү мәсьәләләренә йүнәлдерергә теләйем. Инвестиция программаларын ҡараныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылда күп кенә предприятиеларҙың түбәнәйеүе күҙәтелә. Беҙҙе был хәл ҡәнәғәтләндерә алмай. Асылда иһә, сәбәбен асыҡларға, һеҙҙән көткән эштең ни өсөн килеп сыҡмағанын асыҡларға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер үк ваҡытта, кәрәк булһа дәүләт ярҙамы мәсьәләләрен тикшерербеҙ. Хәлде тиҙ арала көйгә һалыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеген өйрәнербеҙ. Предприятиелар тарафынан был һорауҙа, һис шикһеҙ, үҙгәрештәр талап итәсәкбеҙ.
Республика үҙ яғынан тейешле ярҙам күрһәтергә, шул иҫәптән ҡайһы бер предприятиелар ингән федераль холдинг етәкселеге менән һөйләшергә әҙер, тип билдәләне төбәк башлығы.
- Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Кәрәк булғанда субсидиялауҙа, инфраструктура әҙерләүҙә ҡатнашырбыҙ, банкттар менән һөйләшеүҙәр алып барырбыҙ, был йәһәттән кәрәкле бөтә эштәрҙе башҡарырбыҙ. Һеҙ беҙгә нимә кәрәклеген әйтегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эре сәнәғәт компаниялары етәкселеге менән осрашыу уҙғарыу кәрәклеге хаҡында Рөстәм Хәмитов декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1105457-rustem-khamitov-obsudil-perspektivnye-investproekty-s-rukovodstvom-promyshlennykh-kompaniy/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика