05:00 (UTC+5), 19 Января 2018

Рәсәйҙә башҡорт балы менән Тула перәниге тигән яңы бренд барлыҡҡа килеүе ихтимал

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә «Башҡорт балы менән Тула перәниге» тигән уртаҡ бренд булдырыуға арналған Башҡортостан, Тула һәм Силәбе эшҡыуарҙарының тәүге бизнес-осрашыуы үтте.
«Сәфәребеҙҙең маҡсаты – бал менән тәьмин итеүселәр, башҡорт балы ҡушылған Тула перәниген һата алған партнерҙар эҙләү. Башҡорт балы кеүек Тула перәниге – гастрономия бренды. Ике брендты берләштереп, аҙыҡ-түлектең һатып алыу һәләтен көсәйтәбеҙ. Был баҙарға ғөмүмән яңы ризыҡ сығарыу. Гастрономия брендтары ҡушылған, бер бренд икенсеһен көсәйткән бындай сауҙа алымы илебеҙҙә әлегә юҡ, — тип «Башинформ» агентлығына аңлатма бирҙе Тула кондитер фабрикаһының коммерция директоры Ольга Петрова.
Тула өлкәһендә 17 ғинуарҙа башҡорт балы ҡушылған перәниктәр һынау өсөн һатыла башланы. «Бындай яңы ризыҡтың һатып алыусыларға оҡшау-оҡшамаулығын асыҡлауға кире элемтә өсөн ике-өс көн бирелә. Был әйберҙәргә ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡарағанда, хәл яҡшы барһа башҡорт балы ҡушып бешерелгән Тула перәниге бер ай эсендә Өфө магазиндары кәштәләренә ятасаҡ. Уны етештереү менән ҡыйынлыҡтар юҡ. Иң мөһиме – тауар һатыу баҙары», — тип өҫтәне Ольга Петрова.
«Тула перәниге – бөтә ерҙә билдәле супербренд. Бөгөнгө осрашыуыбыҙ – ҙур уртаҡ эшкә, Тула перәниге һәм башҡорт балы кеүек ике брендты танытыуға башланғыс булыр тип ышанам. Әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек», — тип мөрәжәғәт итте осрашыуҙа ҡатнашыусыларға Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин.
http://www.bashinform.ru/news/1105385-v-rossii-mozhet-poyavitsya-novyy-brend-tulskiy-pryanik-s-bashkirskim-medom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика