12:00 (UTC+5), 19 Января 2018

Башҡортостандың Конгресс-бюроһы Рәсәйҙең ивент-тармағында «Йыл перспективаһы» тип танылды

Башҡортостандың Конгресс-бюроһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 19 ғинуарҙа Санкт-Петербургта VI Евразия ивент-форумы барышында EFEA Awards һөнәри премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Билдәле эксперттар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, ил баҙарында эшләгән тармаҡтың төп компаниялары, шулай уҡ йылдың иң яҡшы саралары — форумдар, күргәҙмәләр, конгрестар, фестивалдәр махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Премия биш номинация буйынса тапшырылды: «Йыл проекты», «Йыл ойоштороусыһы», «Йыл майҙансығы», «Йыл ваҡиғаһы», «Йыл асышы». Премияның ойоштороу комитеты булдырған «Йыл перспективаһы» махсус номинацияһына Башҡортостандың Конгресс-бюроһы лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһы — 2017 йылда Рәсәйҙең осрашыуҙар индустрияһы баҙарында үҙе хаҡында белдергән конгресс төбәге. Награда эшебеҙҙең ҡанунға ярашлы һөҙөмтәһе булды, — тип билдәләне Башҡортостандың Конгресс-бюроһы директоры Николай Фадеев. — Әлеге көндә Өфө илдең заманса конгресс-эшлекле инфраструктураларының береһенә эйә, ә дестинация үҙе, үҙенсәлекле ивент- һәм MICE-тәҡдимдәр иҫәбенә баҙар эксперттары тарафынан Рәсәй эшлекле туризмының ҡыҙыҡлы һәм перспективалы йүнәлеше сифатында таныла».
Төбәктең ҡаҙаныштары араһында — Башҡортостандың «Апимондия» бөтә донъя умартасылар конгресын һәм ApiExpo күргәҙмәһен уҙғарыуға ғаризаһының еңеүе, Russian Business Travel&MICE Award 2017 премияһы версияһы буйынса Өфөләге Конгресс-холдың «Иң яҡшы конгресс-күргәҙмә һәм эшлекле үҙәк» номинацияһында еңеүе, ивент-баҙарҙа ҡатнашыусылар өсөн конгресс- һәм MICE-тармаҡ стандарттарына өйрәткән конференциялар ойоштороу, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ҙур халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа ҡатнашыу, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Конгресс-бюроһынан.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика