Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2018, 10:15

Төбәктә беренсе һәм өсөнсө бала өсөн пособиеға ғаризалар ҡабул ителә башланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдары 2018 йылда тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе, шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балаға айлыҡ түләү алыуға ғариза ҡабул итә башланы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, беренсе бала өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленәсәк. Башҡортостан 2018 йылда был социаль ярҙам төрөн ғәмәлгә ашырырға 533 миллион аласаҡ.
«Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында»ғы федераль законға ярашлы пособие 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алынған) һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булған балаға, ғаиләләге бер кешенең килеме төбәктә пособие һорап мөрөжәғәт иткәнгә тиклем йылдың икенсе кварталында эшкә һәләтле халыҡтың 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы кимәленән артмаған ғаиләләргә түләнә.
Ғаризаға ҡушып баланың тыуыуын раҫлаған документ (бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ, баланы ҡарауға алыу тураһында опека һәм попечителлек органы ҡарарынан күсермә), Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуҙы дәлилләгән документ, ғаилә ағзаларының килеме хаҡында мәғлүмәттәр тапшырырға кәрәк.
Ғаилә ғариза һәм бөтә документтарҙы тапшырғандан һуң халыҡҡа социаль ярҙам итеү органы бер ай эсендә беренсе балаға пособие билдәләү тураһында ҡарар сығара.
Башҡортостанда 2018 йылда беренсе балаға айлыҡ түләү күләме 8 892 һум тәшкил итәсәк. Ул балаға йәш ярым тулғанға саҡлы түләнәсәк.
«Ғаиләнең был түләүгә хоҡуғы барлығын асыҡлау өсөн ғаилә ағзаларының (атай, әсәй һәм бала йәки әсәй һәм бала) һуңғы 12 календарь айҙағы килемен 12-гә, һуңынан ғаилә ағзалары иҫәбенә, шул иҫәптән яңы тыуған балаға бүлергә кәрәк. Килеп сыҡҡан сумма 14 247 һумдан артмаһа ғаилә ошо түләүҙе алыуға хоҡуҡлы», — тип аңлатты Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
2018 йылда тыуған өсөнсө һәм унан һуңғы балаға түләүгә килгәндә Башҡортостанда ағымдағы йылда бындай айлыҡ түләү 8 993 һум тәшкил итәсәк.
Документтарҙы тапшырғанға тиклем республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләменән йән башына уртаса табышы артмаған күп балалы ғаиләләр был түләүҙе алыуға хоҡуҡлы.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда балалар өсөн йәшәү минимумы күләме 8 483 һум тәшкил итә.
Ғаиләнең был түләүгә хоҡуғы барлығын асыҡлау өсөн һуңғы өс календарь айҙа ғаилә ағзаларының (атай, әсәй, балалар) дөйөм табышын өскә, һуңынан ғаилә ағзалары иҫәбенә, шул иҫәптән яңғы тыуған сабыйға бүлергә кәрәк. Килеп сыҡҡан һан 8 483 һумдан артмаһа ғаиләнең был социаль ярҙам сараһына хоҡуғы барлығын аңлата.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, һәр ғаилә ағзаһының килеме һалымға тотоп ҡалынған суммаға тиклем иҫәпләнә. Килемде иҫәпләгәндә түләнгән түгел, ә иҫәпләнгән (һалымға киткәнгә тиклем) сумманы күҙ уңында тоторға кәрәк.
Бынан тыш ике түләү буйынса ла бала тыуғандан алып ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Берҙән-бер шарт, документтарҙы бала тыуғандан һуң алты ай эсендә тапшырырға кәрәк.
Документтарҙы Республиканың халыҡ социаль ярҙам итеү филиалдарынан тыш, Күп функциялы үҙәк аша йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында тапшырырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1104797-v-bashkirii-nachalsya-priem-zayavleniy-na-poluchenie-posobiy-za-pervogo-i-tretego-rebenka/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: