04:09 (UTC+5), 18 Января 2018

Дәүләкән һөт компанияһы сауҙа маркаһы кефирында эсәк таяҡсаһының булыуы тураһында мәғлүмәткә аңлатма бирҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Дәүләкән һөт компанияһы Рәсәй сифат системаһының ошо сауҙа маркаһы кефирын һаулыҡ өсөн хәүефле тип таныу тураһында мәғлүмәтенә аңлатма бирҙе. «Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы 36 федераль брендтың кефирын тикшергән, шуларҙың 19-да, шул иҫәптән «Дәүләкән һөт компанияһы» акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән һөт аҙығында төрлө етешһеҙлектәр табылған. 3,2 процент ҡуйылыҡтағы кефирҙа эсәк таяҡсаһы, антибиотик эҙҙәре, крахмал булыуы һәм һөт кислотаһы организмдарының етерлек күләмдә булмауы асыҡланған. Эксперттарҙың һығымтаһына ярашлы, продукт хәүефле тип танылған, сөнки унда ҡануниәттең мотлаҡ талаптарын боҙоу осрағы теркәлгән.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, ошо һөт компанияһында етештерелгән бөтә продукция бөгөнгә рәсми раҫланған норматив документтарға ярашлы сығарыла.
«Рәсәй сифат системаһының тикшереүе барышында продукция 2017 йылдың 21 сентябрендә һайлап алынған. Беҙҙең фекеребеҙсә һәм Бөтә Рәсәй һөт сәнәғәтен ғилми-тикшереү институтының технохимик контроль лабораторияһы мөдире Елена Юрова раҫлауынса, эсәк таяҡсаһы төркөмө бактерияһына түбәндәге осраҡ сәбәпсе булыуы мөмкин: «...кефир магазин кәштәһендә торған саҡта уҡ эсәк таяҡсаһы үрсей башлаған». Йәғни быға сауҙа нөктәһендә температура шарттарын боҙоу ҙа тәьҫир итеүе ихтимал», — тип иҫәпләй «Дәүләкән һөт компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Малов.
Етештереүсе фекеренсә, эксперттарҙың кефирҙа һөт кислотаһы организмдарының булыуы тураһында мәғлүмәте хаталы һәм күрһәтелгән протоколдарға тап килмәй. Һөт кислоталары организмдарының һаны 4,1*108 тәшкил иткән, нормала иһә 1*107-нән кәм булмаҫҡа тейеш.
«Кефирҙа антибиотиктар ҡануниәт менән билдәләнгәндән аҙыраҡ кимәлдә теркәлгән. Таможня союзының «Һөттөң һәм һөт продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһында» техник регламентына ярашлы, тетрациклин төркөмөнә ҡараған антибиотиктар булырға тейеш түгел. Сайтта бирелгән һөҙөмтәләр буйынса, кимәл 0,0059 миллиграм/килограмм күләмендә билдәләнгән, был закон менән нығытылған әһәмиәттән кәмерәк. Өҫтәүенә Рәсәй сифат системаһы ошо күрһәткес буйынса рәсми протокол менән таныштырманы», — тип өҫтәне Дмитрий Малов.
http://www.bashinform.ru/news/1104788-davlekanovskaya-molochnaya-kompaniya-prokommentirovala-informatsiyu-o-nalichii-v-kefire-torgovoy-mar/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика