06:30 (UTC+5), 18 Января 2018

Башҡортостан Санкт-Петербург Евразия ивент-форумында партнер төбәк булды

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 17-19 ғинуарҙа Санкт-Петербургта Евразия ивент-форумы үтә. Был ивент-тармаҡ белгестәре, күргәҙмә, форум һәм конференция ойоштороусылар, эшлекле һәм интенсив-туризм белгестәре өсөн үҙенсәлекле коммуникация майҙансығы. Башҡортостан Республикаһы 2018 йылда Евразия ивент-форумында партнер төбәк булып сығыш яһай.
Бөгөн, 18 ғинуарҙа, рәсми рәүештә сара асыу тантанаһы була. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, сарала ҡатнашыу өсөн донъяның 15 иленән һәм Рәсәйҙең 20 төбәгенән 500-ҙән ашыу делегат теркәлгән.
Республиканың конгресс-күргәҙмә потенциалы менән Башҡортостандың Конгресс-бюроһы таныштыра. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов форум эксперты булды. Ул форум даирәләрендә эшлекле осрашыуҙар сессияһы уҙғарасаҡ.
Башҡортостандың Конгресс-бюроһы матбуғат секретары Елена Арямнова хәбәр иткәнсә, конгресс программаһының төп темаһы – «Креатив иҡтисадта ивент-индустрия: яңы донъяла конкуренция һәләтен нисек һаҡлап ҡалырға». Түңәрәк өҫтәл, пленар дискуссия, тематик сессиялар форматтарында күргәҙмә бизнесы, осрашыуҙар индустрияһы, майҙансыҡтар менән идара итеү, мәғариф һәм хеҙмәт баҙары буйынса мәсьәләләр тикшереләсәк. Программала шулай уҡ технологиялар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр һәм Event Expo хеҙмәттәр сервисы күргәҙмәһе, Event Talents осрашыуҙар индустрияһында йәш белгестәрҙең тармаҡ конкурсы һәм EFEA Awards 2018 бойондороҡһоҙ тармаҡ премияһы.
«Быйыл Евразия ивент-форумы сиктәрендә Башҡортостандың Когресс-бюроһы сарала ҡатнашыусылар өсөн таныштырыу программаһынан тыш, бер нисә башҡорт ҡунаҡсыллығы майҙансығы әҙерләй. Эшлекле бәйләнештәр биржаһы майҙансығында төбәктең ивент һәм MICE тәҡдимдәре менән танышырға, хуш еҫле сәй артында милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә мөмкин, — тип һөйләне Башҡортостандың Конгрес-бюроһы директоры Николай Фадеев. — 18 ғинуарҙа Гала-киске аш сиктәрендә республиканың халыҡ кәсептәре изделиелары менән фото төшөү урыны һәм үҙенсәлекле башҡорт ашамлыҡтары менән фуршет ойошторола».
http://www.bashinform.ru/news/1105023-bashkiriya-stala-regionom-partnerom-evraziyskogo-ivent-foruma-v-sankt-peterburge/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика