08:28 (UTC+5), 17 Января 2018

Төбәктең Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса зона кәңәшмәләрен үткәрә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 23 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре, күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ойошмалар етәкселәре менән зона кәңәшмәләрен уҙғара. Бөтәһе ошондай алты кәңәшмә үткәреү ҡаралған, унда Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттары ҡатнаша.
«Зона кәңәшмәләрендә күп фатирлы йорттарға идара итеүгә, 2018 йылда күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса лицензия талаптарын үтәү менән компанияларҙың эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Олеся Титух.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, кәңәшмәләрҙә республикалағы барлыҡ муниципалитеттарҙың вәкилдәре ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1104427-goskomitet-rb-po-zhilishchnomu-nadzoru-provedet-zonalnye-soveshchaniya-po-upravleniyu-mnogokvartirny/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика