05:40 (UTC+5), 17 Января 2018

Төбәктә тораҡ пункттарын төҙөкләндереү проекттарына 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеү күҙалланған

Өфө хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2018 йылда Башҡортостан власы «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын финанслауға 1 миллиард һумдан ашыу: федераль бюджеттан 891 миллион, республиканан 175 миллион һум йүнәлтергә күҙаллай. Ағымдағы йылда проектта республиканың бөтә 63 муниципалитеты ла ҡатнаша. Субсидиялар Рәсәй Төҙөлөш министрлығының методик кәңәштәренә ярашлы бүленә, тип аңлаттылар төбәк Хөкүмәтендә.
2017 йылда өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала 416 ихата һәм 347 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Урамдарҙы яҡтыртыу, автомобиль тулталҡалары, күсмә ял итеү майҙансыҡтары, контейнер майҙансыҡтары һәм скверҙар төҙөү буйынса эштәр башҡарылған. Тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙә заманса балалар уйын комплекстары һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.
Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2018 йылда республика ҡалаларында йәшәүселәр үҙ тораҡ пунктында төҙөкләндереү объектын һайлай ала, ул рейтинг тауыш биреү юлы менән уҙғарыла.
«Ведомости» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бындай тауыш биреүҙе 18 мартта президент һайлау менән бер юлы уҙғарырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1104565-v-bashkirii-na-proekty-blagoustroystva-naselennykh-punktov-zaplanirovano-napravit-bolee-1-mlrd-ruble/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика