Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2018, 14:46

Ҡайҙа эшкә барырға: Башҡортостанда яңы юғары килемле вакансиялар баҫылды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 30 меңдән ашыу тәшкил иткән яңы вакансиялар тураһында мәғлүмәт баҫып сығарҙы.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районының «Әй» профилакторийында эшләү өсөн тәжрибәле табип-терапевт талап ителә. Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум, социаль пакет.
Бер йылдан кәм булмаған стажға эйә «В», «В, С» категориялы водитель «Башавтотранс» филиалында 35 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына иҫәп тота ала. «Д» категорияһына уҡып сығырға мөмкин. Уҡыған ваҡытта стипендия түләү ҡаралған.
«Уфагорэксплутация» муниципаль унитар предприятиеһына өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһенә һәм электрон майҙансыҡтарҙа сауҙа үткәреү өсөн сертификатҡа эйә баш иҡтисадсы кәрәк.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум.
Стәрлетамаҡ кирбес заводы төҙөлөш изделиеларын етештереү эшен ойоштороу өсөн баш технолог эҙләй. Эш тәжрибәһе биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум.
Өфөләге «Листпромстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте техник күҙәтеү буйынса инженерҙы эшкә ҡабул итә. Ошо вазифала өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе һәм төҙөлөш буйынса юғары белем кәрәк.
Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һумдан башлана.
Стәрлетамаҡта эшләү өсөн «Группа-СТМ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тәжрибәле инженер-төҙөүсе талап ителә.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум.
Өфөләге каркаслы йорт төҙөү заводына энергетик кәрәк. Профилле белем һәм бер йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе булыу мотлаҡ.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум, соцпакет.
«Акрил Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә производство-техник бүлеккә техник (инвалидтар өсөн квота) талап ителә. Эш тәжрибәһе — бер йылдан алып.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һумдан ашыу.
Нефтекамала эшләү өсөн «Сапсан-регион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эш тәжрибәһе һәм шәхси автомобиле булған сауҙа вәкиле талап ителә. Һынау ваҡыты — ике ай.
Хеҙмәт хаҡы — оклад +%.
Стәрлетамаҡтағы «УК» «Доменико» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш ойошмаһында эш тәжрибәһенә эйә баш бухгалтер эҙләй.
Эш хаҡы — 30 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1104531-kuda-poyti-rabotat-v-bashkirii-opublikovany-novye-vysokodokhodnye-vakansii/
Читайте нас: