08:33 (UTC+5), 16 Января 2018

Өфөлә 1-се мәктәптең яңы корпусын төҙөү дауам итә

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә 1-се мәктәпте реконструкциялау дауам итә (М. Кәрим урамы, 53/55). Ленин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш эштәре графикка ярашлы бара. Яңы дүрт ҡатлы корпустың стеналарын һалыу 95 процентҡа тамамланған, ҡыйыҡ — 21, тәҙрәләр — 55, электр монтажлау эштәре — 35, эске биналарҙы биҙәкләү 25 процентҡа әҙер. Яңы корпус 1951 йылда төҙөлгән һәм 2009 йылда авариялы тип танылған ике ҡатлы тәүге мәктәп урынында һалына. Бер үк ваҡытта 1968 йылда төҙөлгән икенсе, биш ҡатлы корпусты, реконструкциялау бара. Әлеге ваҡытта 1-се мәктәп уҡыусылары 2-се башҡорт лицейында белем ала.
1-се мәктәпте төҙөкләндереү проекты буйынса тендер 2016 йылдың ноябрендә үткәрелде, килешеүҙең хаҡы — 524 миллион һум самаһы. Аҡсаны 2016, 2019-2021 йылдарға лимит сиктәрендә ҡала һәм республика ҡаҙнаһы бүлә. Эштәрҙең хаҡынан 30 проценты — 2017 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса, ҡалған 70 һәм бүлеп түләгән өсөн проценттар алты ай һайын тигеҙ өлөштәр менән өс йыл буйына түләнә.
Төҙөлөш эштәре 2017 йылдың июнендә башланды һәм 2018 йылдың аҙағына тамамланырға тейеш. 1-се мәктәп 775 балаға белем биреүгә иҫәпләнгән, был элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
http://www.bashinform.ru/news/1104057-v-ufe-prodolzhaetsya-stroitelstvo-novogo-korpusa-shkoly-1-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика