Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2018, 12:00
Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡыуҙан зыян 3,4 миллион һум тәшкил иткән
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 2017 йылдың 27 ноябренән 31 декабренә тиклем уҙғарылған «Шыршы-2017» операцияһына йомғаҡ яһалды. Полиция һәм һалым органдары вәкилдәре менән берлектә Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү эше алып барҙы.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 107 законһыҙ урман, шул иҫәптән ылыҫлы йәш ағастар ҡырҡыу осрағы асыҡланған. Урман ҡырҡыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында 903 йәш ағас зыян күргән.
64 осраҡ административ тәртиптә ҡаралған, 43 законһыҙ ҡырҡыу осрағы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса («Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу») енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн сәбәпсе булған. Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, урман фондына килтерелгән дөйөм зыян күләме 3,4 миллион һумдан артҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1103456-ushcherb-ot-nezakonnoy-vyrubki-novodnikh-elok-sostavil-3-4-mln-rubley/
Автор:
Дарья Петрова
Теги:
бр урман хужалығы министрлығы
Читайте нас: