02:00 (UTC+5), 15 Ғинуар 2018

Күмертау заводы Балтика флотына яңыса ҡоролған Ка-27М вертолетын оҙатты

wartools.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Балтика флотына тәүге яңыса ҡоролған һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы Ка-27М вертолеты килде. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Яҡын арала шундай уҡ типтағы икенсе машинаның килеүе көтөлә, һуңынан һынау осоштары һәм осоусы ҡоролмаларҙы палубаға ултыртып ҡарау башлана.
Модернизация эше «Рәсәй вертолеттары» концерны бүлексәһендә — Күмертау авиация предприятиеһында башҡарылған. Бынан тыш, КүмАПП Тымыҡ океан һәм Төньяҡ флоттары өсөн бер нисә Ка-27М вертолеты әҙерләгән. Төрлө модификациялы күп маҡсатлы Ка-27 тибындағы вертолеттар Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотындағы диңгеҙ авиацияһында вертолет бүлексәләренең төп өлөшөн тәшкил итә. Улар диңгеҙҙә һауа разведкаһы, караптар төркөмдәрен һыу аҫты кәмәләренән һаҡлау, һыу аҫты кәмәләрен һәм караптарҙы эҙләү, асыҡлау, күҙәтеү һәм юҡ итеү, диңгеҙҙә һәләкәткә тарыған экипаждарҙы эҙләү һәм ҡотҡарыу эшен башҡара.
Күмертау предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылдың декабрендә ойошма флотҡа караптарҙа эшләүгә нигеҙләнгән тағы ике еңел күп маҡсатлы Ка-226Т вертолетын тапшырҙы (ҡоро ерҙәге төрөнән айырмалы рәүешә караптар өсөн Ка-226Т вертолеты төп винт баштарын бөкләп ҡуйыу системаһына эйә). Шулай уҡ уҙған йылдың аҙағында КүмАПП Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы Йәмәғәт именлеге идаралығының Янғын һүндереү хеҙмәте өсөн ике уртаса күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолетын эшләп бөттө. Машиналар ҡала шарттарында янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу операцияларын башҡарыу өсөн файҙаланыласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1102863-kumertauskiy-zavod-postavil-baltiyskomu-flotu-modernizirovannyy-vertolet-ka-27m/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика