03:10 (UTC+5), 15 Января 2018

Башҡортостанда беренсе бала өсөн пособие яҡынса 8,9 мең һум тәшкил итәсәк

donetsk.kp.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Йәш ғаиләләргә яңы ярҙам саралары араһынан ил етәкселегенең беренсе бала тыуғанда йәшәү минимумы суммаһын түләү тураһындағы ҡарары ҙур яңғыраш алды. 10,5 мең һум тигән һан аталғайны. Әммә ул ил буйынса уртаса һан, тип билдәләне «Российская газета» баҫмаһы менән «Эшлекле иртәнге аш»та республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Социаль ведомство етәксеһе аңлатыуынса, закон проектында һәр төбәктә үҙендә билдәләнгән йәшәү минимумы суммаһы түләнәсәк. Республикала ул – 8 892 һум.
«Был аҡсаға республикала йән башына уртаса килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡыр түбән ғаиләләр дәғүә итә ала. 2017 йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы, йәғни 9 498 һум нигеҙ итеп алына. Уны 1,5 тапҡырға ҡабатлайбыҙ һәм 14 247 һум килеп сыға. Ғаиләлә өс кеше – әсәй, атай, бала булғанда һәм дөйөм килем 42 741 һумдан артмаһа пособие юлларға мөмкин. Дөйөм сумма, шартлы рәүештә әйткәндә, өс һумға күберәк булғанда пособие түләнмәй. Түләнгән түгел, ә һалымға тотоп ҡалынғанға тиклем иҫәпләнгән сумма күң уңында тора. Килем айҙан-айға үҙгәреп торғас, ул кәмегән осраҡта кешенең пособие алыуға хоҡуғы барлыҡҡа килә. Пособие бер йылға тәғәйенләнә, ә ярты йылдан йәшәү минимумында һәм ғаилә килемендәге үҙгәрештәр менән бәйле яңынан ҡарала», — тип аңлатты Ленара Иванова.
http://www.bashinform.ru/news/1103005-v-bashkirii-vyplata-na-perventsa-sostavit-okolo-8-9-tysyach-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика