07:31 (UTC+5), 15 Января 2018

200 һәм 2000 һумлыҡ аҡсаларҙы барлыҡ магазиндарҙа ҡабул итергә тейештәр – Башҡортостан буйынса Милли банк

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар законлы түләү сараһы булып тора, уларҙы ғәмәлдәге банкноталар менән бер рәттән банктарҙа, сауҙа һәм сервис предприятиеларында ҡабул итергә тейештәр, тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Милли банкта.
Яңы аҡсаларҙы ҡабул итеүҙән баш тартыу Рәсәй ҡануниәтен боҙоу тип иҫәпләнә. Бындай осраҡта граждандарға 8-800-700-90-30 телефоны буйынса «Роспотребнадзор»ға йәки Рәсәй банкының Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм финанс хеҙмәттәренең асыҡлығын тәьмин итеү хеҙмәтенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәрәк: 8-800-250-40-72.
Икенсе вариант — Рәсәй банкының интернеттағы ҡабул итеү бүлмәһендә форманы тултырып, электрон мөрәжәғәт йәки 450008, Өфө, Театр урамы, 3-сө йорт, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан Милли банкы – бүлексәһе адресына яҙма мөрәжәғәт ебәрергә.
Яңы аҡсалар тураһында тулы мәғлүмәт fincult.info сайтында һәм Рәсәй банкының рәсми сайтында «Банкноталар һәм тәңкәләр» бүлегендә бирелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1103560-banknoty-nominalom-200-i-2000-rubley-obyazany-prinimat-vo-vsekh-magazinakh-natsbank-po-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика