07:53 (UTC+5), 12 Января 2018

Страховка пенсияһының уртаса күләме арттырылғандан һуң 13 423 һумға етте — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ғинуар айында страховка пенсияһының уртаса күләме арттырылғандан һуң 13 423 һумға етте, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
2018 йылдың ғинуар айы өсөн пенсияларҙы финанслауға йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 16,3 миллиард һум буласаҡ.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 ғинуарҙан страховка пенсияһы, шул иҫәптән эшләмәгән пенсионерҙарҙың билдәләнгән түләүе 3,7 процентҡа индексацияланды.
Индексациялауҙан һуң билдәләнгән түләүҙең күләме айына 4 982,9 һум тәшкил итә, пенсия балының хаҡы – 81,49 һум (2017 йылда – 78,58 һум).
Республика пенсионерҙары 3 ғинуарҙан арттырылған пенсия ала башланы. 12 ғинуарҙан, килешеүҙәрҙә билдәләнгән срокта, пенсиялар һәм социаль түләүҙәр халыҡтың иҫәбенә кредит ойошмалары аша күсерелә, тип өҫтәнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостанда йәшәүселәрҙе пенсия менән тәьмин итеүгә сығымдары 195,4 миллиард һум тәшкил итте.
http://www.bashinform.ru/news/1102815-sredniy-razmer-strakhovoy-pensii-posle-povysheniya-dostig-13423-rubley-pensionnyy-fond-po-bashkirii/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика