Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2018, 16:03
Өфөлә бензин ҡиммәтләнгән
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика статистары баш ҡалала бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуын теркәгән.
29 декабрь менән сағыштырғанда, 9 ғинуарға Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығы 0,3 процентҡа артҡан, хәҙер уның бер литры уртаса 40,57 һум тора.
Ошо ваҡыт эсендә АИ-92 маркалы бензин 0,7 процентҡа ҡиммәтләнгән — уртаса 37, 49 һум. АИ-95 һәм АИ-98 маркалы бензиндарҙың хаҡы 0,6 һәм 0,5 процентҡа артып, бер литры 40,51 һәм 44,49 һумға еткән.
Статистар билдәләүенсә, уҙған йылдың 9 ғинуары менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығы — 6,4, АИ-92 — 7,7, АИ-95 5,3 процентҡа ҡиммәтләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1103063-v-stolitse-bashkirii-podorozhal-benzin-/
Теги:
бензин
хаҡтар
башҡортостанстат
Читайте нас: