10:00 (UTC+5), 12 Января 2018

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондын Радик Кәлимуллин етәкләне

социаль селтәр
социаль селтәр
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһын Радик Кәлимуллин етәкләне, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан. Быға тиклем ул Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды генераль директорының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне.
Радик Кәлимуллин 1959 йылда Салауатта тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. «Ырымбургазтабыу» производство берекмәһендә – инженер, унан һуң был предприятиеның баш инженеры булып эшләгән. Һуңынан «Нефтемашсервис» Башҡортостан үҙәгенең Ырымбурҙағы терәк пунктында хеҙмәт юлын дауам иткән.
1992-1997 йылдарҙа – Ырымбурҙа «Элтекс» фирмаһы директоры.
Аҙаҡтан Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондына эшкә күскән. 2002 йылға саҡлы матди ресурстар буйынса генераль директор урынбаҫары бурысын башҡарған. 2002 йылдан әлегә тиклем Фондтың генераль директорының беренсе урынбаҫары булып эшләй.
Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондының элекке етәксеһе Владислав Туманин хәҙер - республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1102576-fond-zhilishchnogo-stroitelstva-bashkirii-vozglavil-radik-kalimullin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика