03:00 (UTC+5), 11 Января 2018

Төбәктә газ баллонлы автомобилдәр өсөн транспорт һалымы буйынса ташламалар 50 процентҡаса артты

автор
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 1 ғинуарҙан Башҡортостанда газ-мотор яғыулығындағы автомобилдәр өсөн транспорт һалымы буйынса ташламалар күләме арттырылды. Хәҙер ул элекке 20 процент урынына 50 процент тәшкил итә. Автопаркының йәше уртаса 10 йылдан уҙмаған ойошмалар ташлама менән ҡуллана ала. Был ташлама экологик транспорт хужаларына ла ҡағыла, тик газда бер нисә машина булған осраҡта берәүһенә генә льгота бирелә.
«Рәсәй транспорты» форумы даирәләрендә (2017 йылдың декабрендә Мәскәүҙә үтте) Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала газ ҡойоу станциялары селтәрен үҫтерергә күҙҙалауҙы белдергәйне. Хәҙер улар 15, уларҙың 4-һе Өфөлә. Экологияны һиҙелерлек итеп яҡшыртыу өсөн газ баллонлы транспорт өлөшөн кәмендә 10 процентҡа еткерергә кәрәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1101688-v-bashkirii-lgotu-po-transportnomu-nalogu-dlya-gazobalonnykh-avtomobiley-povysili-do-50/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика