12:00 (UTC+5), 11 Января 2018

Төбәктә 2025 йылға тиклем агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең фәнни-техник тәьминәт планы әҙерләнгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереүҙең фәнни-техник тәьминәт планын әҙерләгән.
Ул Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм аграр сәнәғәт етештереүен арттырыу өсөн фәндең яңы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән конкурентлыҡҡа һәләтле илебеҙ технологияларын әҙерләүгә һәм индереүгә йүнәлтелгән.
Документ Башҡортостан аграр сәнәғәт комплексының стратегик бурыстарына, шулай уҡ 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының аграр сәнәғәт комплексын фәнни-технологик үҫтереү прогнозына тап килгән туғыҙ төп йүнәлеште үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Һүҙ тәү сиратта үҫемлекселек, малсылыҡ һәм агробиотехнологиялар буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында төп фәнни-инновацион үҙәктәр булдырыу хаҡында бара.
Төбәктең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева һүҙҙәренсә, аграр сәнәғәт комплексы өлкәһендә ғилми эштәрҙе коммерциализациялау процентын арттырыу, үҫемлекселек, малсылыҡ, агроинженерия һәм агробиотехнологиялар буйынса компетенциялар үҙәктәрен ойоштороу, шулай уҡ зона принцибы буйынса ауыл хужалығы производствоһы һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса ойоштороу-технологик һәм техник саралар комплексын әҙерләү тармаҡты фәнни-техник үҫтереү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары булырға тейеш.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, фәнни-техник сәйәсәт йәһәтенән билдәле бер эш уҙған йылда уҡ башланған. 2025 йылға тиклем ауыл хужалығын үҫтереүҙең федераль фәнни-техник программаһын бойомға ашырыу барышында уҙғарылған конкурсҡа Башҡортостан картуфтың селекцияһы һәм орлоҡсолоғо, һыу ҡоштарының итле гибридтарын булдырыу буйынса ике программа тәҡдим итте.
Бынан тыш, үткән йылдың аҙағында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында «Аграр сәнәғәт комплексы-перспектива» проекты старт алды.
http://www.bashinform.ru/news/1101867-v-bashkirii-razrabotan-plan-nauchno-tekhnicheskogo-obespecheniya-razvitiya-apk-do-2025-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика