06:00 (UTC+5), 11 Ғинуар 2018

Рәсәй Резерв фонды бөтөрөлә, унда аҡса ҡалмаған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Резерв фондта аҡса ҡалмаған, 1 февралдә уны бөтөрәләр. The Bell редакцияһы аңлатыуынса, бюджет дефициты башта пенсия системаһының бер өлөшө булараҡ ойошторолған Милли именлек фондынан финансланасаҡ, унда 3,75 триллион һум бар. 2017 йылда 1,5 триллион бюджет дефицитын ҡаплауға 2 триллиондан ашыу тотонолған. Алдағы өс йылда бюджет зыянының ҡыҫҡарасағы күҙаллана.
Ҡаҙна ҡағиҙәһе буйынса, Милли именлек фондына нефтте сит илгә 40 долларҙан артығыраҡ сығарылған бюджет килеме йүнәлтелә. Ағымдағы йылда нефть уртаса 55 доллар торһа Финанс министрлығы Милли именлек фондын 2 триллион һумға тулыландырырға вәғәҙәләй. Хәҙер фараздар тағы ла яҡшыраҡ: нефткә уртаса хаҡ 60 доллар самаһы көтөлә, был осраҡта тупланма күберәк булыуы мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1102203-rossiyskiy-rezervnyy-fond-likvidiruyut-v-nem-ne-ostalos-sredstv/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика