02:00 (UTC+5), 11 Января 2018

«Ирәмәл» паркы — Башҡортостанда күп йылдар дауамында ҡышҡы туризм алдынғыһы

БР Экология министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Ирәмәл» паркы күп йыл рәттән Яңы йыл каникулдарында туристик популярлыҡ буйынса алдынғылыҡты биләй. 2018 йылдың тәүге көндәрендә унда 1 164 кеше булған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда яҡынса 400-гә күберәк, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция етәксеһе Марат Хәсәнов. «Ҙур ҡыҙыҡһыныу кәрәҙле элемтә үтеүгә, туристик маршруттарҙа ҡунаҡ йорттары төҙөлөүгә, Ҙур Ирәмәл түбәһенә тиклем маршрутты үткәндә өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеүгә бәйле», — тип иҫәпләй ул.
Сағыштырыу өсөн: «Мораҙым тарлауығы» паркында каникулда 200 кеше булған. Был мәлдә «Аслыкүл» һәм «Ҡандракүл» тәбиғи парктары иң яратҡан ҡышҡы балыҡ тотоу урынына әйләнә. Уларҙа кеше һанын иҫәпләмәгәндәр – ҡышҡыһын был парктарға инеү бушлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1101775-park-iremel-mnogoletniy-lider-zimnego-turizma-v-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика