09:45 (UTC+5), 10 Января 2018

Төбәктә иң түбән эш хаҡы күләме 10 912 һумғаса артты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡы күләме 9 489 һум күләмендә билдәләнде. Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы.
Был ҡанунға ярашлы, иң түбән эш хаҡы күләме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы кимәленә саҡлы ике этапта күтәреләсәк.
Атап әйткәндә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан иң түбән эш хаҡы күләме айына 9 489 һум йәғни 2017 йылдың II кварталы өсөн эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 85 процент тәшкил итәсәк.
2019 йылдан башлап иң түбән эш хаҡы күләме дөйөм Рәсәй буйлап уҙған йылдың II кварталы өсөн эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәле кимәлендә билдәләнәсәк. Иң түбән эш хаҡы күләменең артыуы 1,5 миллион кешегә ҡағыласаҡ, уларҙың яртыһы – бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
Башҡортостанда, 15 процент күләмендә Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда, 2018 йылдың 1 ғинуарынан иң түбән эш хаҡы 10 912 һум тәшкил итә.
Конституция судының яңыраҡ сыҡҡан ҡарарына ярашлы, хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы район конэффициентына арттырылған иң түбән эш хаҡы күләменән кәм була алмай.
Шул рәүешле, республикала ғәмәлдә булған Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда 1 ғинуарҙан Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы 10 912 һум (9 489+1 423) тәшкил итергә тейеш, тип аңлаттылар Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1101601-minimalnyy-razmer-oplaty-truda-v-bashkirii-uvelichen-do-10912-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика