05:55 (UTC+5), 10 Ғинуар 2018

Республикала аҙ тәьмин ителгән студенттарға социаль стипендия ҡайтарылды

Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышында көндөҙгө бүлектә бюджет нигеҙендә уҡыусы студенттарға стипендия һәм (йәки) социаль стипендия тәғәйенләү тәртибе раҫланды.
«Уҙған йылдың 1 ғинуарында «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль законда үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр һәм артабан республика ҡануниәтендә ҡабул ителгән үҙгәрештәр бөтә аҙ тәьмин ителгән студент ғаиләләренә дәүләт социаль стипендия алыусыларҙың исемлеген киңәйтте, – тип аңлатты Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. – Хәҙер аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған ғаиләрҙә тәрбиәләнеүсе бөтә студенттар ҙа элеккесә дәүләттең социаль ярҙамына иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта студент академик ялда булғанда (армияла хеҙмәт итеү, бала ҡарау буйынса ял осоронда) социаль түләү туҡтатыла».
Был закон проектын ҡабул иткәнгә ҡәҙәр тулы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе 16 меңгә яҡын студент бындай хоҡуҡтан мәхрүм ителгәйне, тип билдәләнеләр төбәк Хөкүмәтендә.
Социаль пособие алыу өсөн Башҡортостанда белем алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға һәм студенттарға Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге йәки Күп функциялы үҙәк филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
2017 йылда профессиональ белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн уртаса социаль стипендия күләме айына 930 һум тәшкил итте, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн – яҡынса 1,5 мең һум.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республиканың профессиональ белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн социаль стипендия – республика ҡаҙнаһынан, юғары уҡыу йорттары студенттарына федераль бюджеттан түләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1101593-v-bashkirii-maloimushchim-studentam-vernuli-sotsialnye-stipendii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика