03:44 (UTC+5), 10 Января 2018

«Өфө» аэропортының устав капиталы 0,5 миллиард һумға арта — Башҡортостан хөкүмәте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы йәмғиәт акцияларының өҫтәмә эмиссияһы иҫәбенә 0,5 миллиард һумға арта, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Республика хөкүмәте вице-премьеры Евгений Гурьев һүҙҙәренсә, бындай ҡарар Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү тураһында йөкләмәһенә ярашлы ҡабул ителгән.
Башҡортостан Республикаһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортының берҙән-бер акционеры булып тора.
«Өҫтәмә эмиссия аэропорттың ағымдағы һәм потенциаль үткәреү һәләтен арттырыу буйынса күләмле проектты тормошҡа ашырыуға бәйле һәм биш миллиард һумдан ашыуға баһалана, — тип асыҡлыҡ индерҙе Евгений Гурьев. — Әлеге ваҡытта проекттың беренсе өлөшө бойомға ашырыла. Устав капиталының артыуын иҫәпкә алып, уның хаҡы 2,6 миллиард һум тәшкил итәсәк».
Проекттың маҡсаты — аэропорттың пассажирҙар ағымын йылына 4 миллион кешегә тиклем еткереү.
http://www.bashinform.ru/news/1101436-ustavnoy-kapital-aeroporta-ufa-uvelichitsya-na-0-5-mlrd-rubley-pravitelstvo-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика