06:29 (UTC+5), 10 Ғинуар 2018

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй сәнәғәт форумы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 27 февралдән 1 мартҡа тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй сәнәғәт форумы уҙғарыла. Уның барышында «Машиналар эшләү», «Металл эшкәртеү», «Ағас эшкәртеү» махсуслаштырылған күргәҙмәләрен ойоштороу ҡаралған. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, саралар төбәктең иҡтисади бәйләнештәрен артабан үҫтереү, технологик интеграцияға булышлыҡ итеү һәм республика иҡтисадының төп тармаҡтарын инновацион үҫтереү өсөн илебеҙ ҡеүәтен файҙаланыу маҡсатында үткәрелә.
Йыл һайын Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы илдең башланғыстар һәм аныҡ тәҡдимдәр тупланған төп майҙансыҡтарының береһенә әүерелә.
Форум һәм күргәҙмәләр эшендә федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, Рәсәйҙең ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, бизнес, ассоциация һәм берекмәләр вәкилдәре ҡатнаша.
«Рәсәйҙә сәнәғәтте үҫтереүҙең дәртләндереүсе һәм тотҡарлаусы факторҙары» пленар ултырышы форумдың эшлекле программаһының төп ваҡиғаһы булмаҡсы.
Ҡунаҡтар өсөн актуаль йүнәлештәр буйынса 20 секцияның эше ойошторола, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1101497-v-stolitse-bashkirii-sostoitsya-rossiyskiy-promyshlennyy-forum/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика