07:09 (UTC+5), 10 Января 2018

30-ҙан 60-ҡа тиклем: республикала яңы «аҡсалы» вакансиялар баҫылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 30 мең һумдан ашыуыраҡ булған яңы вакансиялар тураһында хәбәр итте.
Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, «Салауатнефтехимпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш механикты эшкә ҡабул итә. Хеҙмәт хаҡы — 48 мең һум. Стаж биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Белгестең бурысы — проект ҡарарҙарының юғары кимәлен тәьмин итеү өсөн проект һәм эш документын әҙерләү буйынса методик эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу.
«Семеновск руднигы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Баймаҡ районында эшләү өсөн геолог талап ителә.
Хеҙмәт хаҡы — 60 мең һум.
Салауатта холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләү өсөн армияла хеҙмәт иткән, сәләмәтлеге яҡшы булған табип кәрәк.
Хеҙмәт хаҡы — 47 мең һум, социаль пакет, льготалар.
«Октябрьский быраулау эштәре идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте экспедиция начальнигын эшкә ҡабул итә. Уның бурысына быраулау бригадаларының туҡтауһыҙ эшен тәьмин итеү һәм уларҙың скважиналар төҙөү буйынса план-графигын үтәү буйынса экспедиция эшмәкәрлегенә етәкселек итеү инә.
Өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе кәрәк.
Хеҙмәт хаҡы — 40 мең һум, социаль пакет.
Ошо уҡ предприятие тәжрибәле быраулау мастерын эҙләй. Уға быраулау бригадаһы эшмәкәрлегенә, шулай уҡ скважиналар төҙөү буйынса эштәргә етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә.
Хеҙмәт хаҡы — 40 мең һум, социаль пакет.
Башҡортостандың Асҡын районында ваҡытлыса эшләү өсөн табип-эндокринолог талап ителә.
Хеҙмәт хаҡы — 31,5 мең һум.
Өфө районының Дмитриевка ауылында «ТСистем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә баш бухгалтер урынбаҫары кәрәк, ошо вазифала өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе мотлаҡ.
Хеҙмәт хаҡы 30 мең һумдан башлана. «Дан бульвары» туҡталышынан эш урынына тиклем автобус йөрөтә.
Өфөләге «Йәйғор» шифаханаһына дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙар буйынса белгес талап ителә. Эш тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1101610-ot-30-do-60-v-bashkirii-opublikovany-novye-denezhnye-vakansii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика