05:50 (UTC+5), 09 Января 2018

Рәсәй халҡына автомобилдән һәм поездан тәмәке төпсөктәрен ташлау тыйылды

al-kamensky.livejournal.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй халҡына автомобилдән һәм поездан тәмәке төпсөктәрен ташлау тыйылды. Был тимер юл һәм автомобиль юлдары эргәһендә янғынға ҡаршы режимды һаҡлау сиктәрендә эшләнде. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
«Юл буйында һәм уның һаҡ зонаһында, шулай уҡ тимер юл участкаларында һәм автомобиль юлдарында тимер юл составы һәм автомобиль хәрәкәт иткәндә ҡыҙыу шлак, күмер һәм көл, шулай уҡ янған төпсөк һәм шырпы ташлау рөхсәт ителмәй», – тиелгән документта.
Шулай уҡ ҡарар иген культураларын йыйыу һәм мал аҙығын әҙерләү барышында комбайнсыларға һәм тракторсыларға махсус бүленгән урындарҙан ситтә тәмәке тартыуҙы тыя. Автомобиль һәм тимер юлдары янында урынлашҡан ер участкалары хужаларына ҡоро үлән яндырыу һәм усаҡ тоҡандырыу тыйыла.
http://www.bashinform.ru/news/1101022-rossiyanam-zapretili-brosat-okurki-iz-avtomobiley-i-poezdov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика