04:30 (UTC+5), 29 Декабря 2017

Төбәктә ике таможня посы Волга буйы федераль округында иң яҡшы тип танылды

aviasovet.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ике таможня посы 2017 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында иң яҡшылар тип танылды. Өфө аэропорты «Иң яҡшы һауала пассажирҙар үткәреү пункты» номинацияһында беренсе урын яулап, еңеүсе булды. Белорет таможня посы «Штат иҫәбе 10 берәмектән кәм эске таможня посы» номинацияһында өсөнсө урын алды.
Өфө аэропорты таможня посы күп тапҡыр иң яҡшы Волга буйы таможня идаралығы һәм Федераль таможня хеҙмәте тип танылды. 2017 йылда Өфө аэропортының пассажирҙарҙы үткәреү пунктында пассажирҙар ағымы ике тапҡырға артҡан. 2017 йылда Евразия иҡтисади союзы сиген 564 575 пассажир (2016 йылда – 275 050) үткән. Теркәлгән самолеттар һаны 1,8 тапҡырға артҡан һәм 3154-кә еткән (2016 йылда – 1731).
Был йыл Белорет таможня посы өсөн дә һөҙөмтәле булған, ул декларациялар буйынса былтырғы күрткестәрҙән 44 процентҡа артып киткән. Белорет өсөн Волга буйы таможня идаралығы конкурсында «бронза» - тәүге етди һөнәри таныу, тип билдәләнеләр Башҡортостан таможняһының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1099439-v-bashkirii-dva-tamozhennykh-posta-priznany-luchshimi-v-pfo-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика