Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Декабрь 2017, 14:05

Башҡортостан халҡы һалым инспекторҙарынан ҡурҡмай – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

in-reutov.ru
in-reutov.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан халҡы һалым инспекторҙары менән аралашыу мөмкинлеге менән әүҙем файҙаланды. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ике айҙа республиканың 12 ҡалаһындағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә һәм күп функциялы үҙәк офистарында ойошторолған һалым хеҙмәтенең күсмә офистарына 23 меңдән ашыу кеше килгән.
Ошо күсмә нөктәләрҙә 13,5 меңдән ашыу һалым түләүсе 46,5 миллион һумлыҡ суммаға мөлкәт һалымдарын түләү өсөн белдереү ҡағыҙын алған. 15 миллион һумдан ашыу суммаға бурыстарҙы түләүгә 7 936 квитанция тултырылған. Күсмә офистар эшләгән осорҙа меңдән күберәк кеше «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»ның өҫтөнлөктәре тураһында белгән һәм сервисҡа тоташтырылған.
Бынан тыш, һалым түләү ҡағыҙын алыу өсөн күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисында йәки йәшәгән урын буйынса һалым органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1099688-zhiteli-bashkirii-ne-boyatsya-nalogovykh-inspektorov-ufns-po-rb/
Читайте нас: