Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Декабрь 2017, 14:21

Яңы йыл төнөндә Өфөлә трамвай һәм троллейбустар сәғәт 3-кә тиклем йөрөй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яңы йыл төнөндә трамвай һәм троллейбустар сәғәт 3-кә тиклем йөрөй, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң электр транспорты идаралығынан.
«Ленин исемендәге майҙанда байрам саралары ойошторолоуға бәйле, ҡала электр транспорты хәрәкәте төнгө сәғәт 3-кә ҡәҙәр дауам итә», — тип һөйләне электр транспорты идаралығының генераль директоры урынбаҫары Радик Зарипов.
Уның һүҙҙәренсә, төнгө сәғәт 2-гә билдәләнгән фейерверк тамамланғас, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары «Ҡала Советы» туҡталышынан
— Үҙәк баҙарға (1-се троллейбус);
— «Белореченский» биҫтәһенә (13-сө);
— «Өфө-Арена» спорт һарайына тиклем (22-се) ултырып китә ала.
Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә 9-сы, 10-сы троллейбустар йөрөй.
«Трамвайҙар хәрәкәтенә килгәндә, Ленин майҙанында фейерверк тамамланғас, теләгәндәрҙе бишенсе маршрут буйынса Пушкин урамына тиклем һәм 18-се маршрут буйынса Йәшел сауҡалыҡҡа илтеп ҡуйыу ҡаралған, — тип өҫтәне электр транспорты идаралығының генераль директоры урынбаҫары. — 1-8 ғинуарҙа ҡала электр транспорты йәкшәмбе теҙмәһе буйынса эшләй».
http://www.bashinform.ru/news/1099195-v-novogodnyuyu-noch-dvizhenie-tramvaev-i-trolleybusov-v-ufe-prodlitsya-do-3-chasov-1-yanvarya-/
Читайте нас: