15:45 (UTC+5), 28 Декабрь 2017

Төбәктә «Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар» өҫтөнлөклө проекты буйынса юл картаһы раҫланды

Теги: мәғариф, эшсе кадрҙар
Теги: мәғариф, эшсе кадрҙар
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан хөкүмәтендә «Заманса стандарттарҙы һәм алдынғы технологияларҙы иҫәпкә алып юғары квалификациялы белгестәр һәм эшсе кадрҙар әҙерләү» («Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар») йүнәлешенә ярашлы «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы раҫланды. План Башҡортостандың Мәғариф министрлығында әҙерләнгән.
Ведомствола асыҡлыҡ индереүҙәренсә, эшсе кадрҙарҙы сифатлыраҡ әҙерләү өсөн министрлыҡтар һәм ведомстволар төбәктәге профилле урта махсус уҡыу йорттарын шефлыҡҡа ала. Мәҫәлән, машиналар эшләү колледжы — Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, ауыл хужалығы урта махсус уҡыу йорттары Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында була.
«Хәҙер власть һәм эш биреүсе бөгөнгә, шулай уҡ 2025 йылға тиклем ниндәй һәм күпме белгес кәрәклеген бергәләп билдәләргә тейеш», — тине республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
http://www.bashinform.ru/news/1099274-v-bashkirii-utverdili-dorozhnuyu-kartu-po-prioritetnomu-proektu-rabochie-kadry-dlya-peredovykh-tekhn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика