16:35 (UTC+5), 28 Декабрь 2017

Өфөлә аэропортҡа илткән юлда ер өҫтө үткәүеле асылды

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Ырымбур трассаһында «Спутник» биҫтәһе янында йәйәүлеләр үткәүеле асылды. Урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа был ерҙә юл аша хәүефһеҙ үтеү өсөн ҡоролма төҙөү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Йәйәүлеләр күперенең оҙонлоғо — 48 метр, ул лифттар менән йыһазландырылған, өҫтө поликарбонат менән ябылған. Трассаның ике яғында ла «Өфө-Аэропорт» автомобиль юлында туҡталыштарҙың берҙәм концепцияһына ярашлы туҡталыш павильондары ҡуйылған.
Йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль өҫтөнлөклө программаһы сиктәрендә төҙөлгән тағы ла бер объект, тип хәтергә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитетында.
2017 йылда проект программаһына 87 объект инде, уларҙан 36 юл участкаһы һәм 51 юл хәрәкәтен ойоштороу объекты: юл билдәләре, фото һәм видео теркәү камералары, светофорҙар, барьер, тротуар һәм йәйәүлеләр өсөн ҡойма ҡуйыу.
http://www.bashinform.ru/news/1099268-v-ufe-otkryli-nadzemnyy-perekhod-nad-dorogoy-v-aeroport/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика